+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
26 Август 2021, 15:18

Ысын балды нисек билдәләргә?

«Йәш һөнәрмәндәр» чемпионат финалының һөнәр һайлау майҙансығында мәктәп уҡыусыларын ысын балды яһалмаһынан айырырға өйрәтәләр.

Ысын балды нисек билдәләргә?
Ысын балды нисек билдәләргә?

– Минең алдымда – өс банка бал. Дөрөҫөрәге шуларҙың икәүһе – тәбиғи, берәүһе – яһалма. Ҙур булмаған тикшереү үткәрәбеҙ. Иң башта аҙ ғына балды алып, һыулы пробиркала иретәбеҙ. Унан иод тамсыһы өҫтәп, болғатабыҙ. Бер минут көтөп, иретмәнең төҫө үҙгәрмәһә, тимәк, был – тәбиғи бал. Әгәр ҙә инде зәңгәр күк төҫ алһа, әлегеһе – яһалма, – ти VIII синыф уҡыусыһы Ғәлиә Ширғәзина. Шулай итеп, ҡыҙ икенсе банкала яһалма бал булыуын асыҡлаған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 25-енән 29 авгусҡа тиклем «Йәш һөнәрмәндәр» IX Милли чемпионат финалы бара. Бында 76 төбәктән командалар көсөн һынай, улар 105 компетенция буйынса ярыша. Шулай уҡ уҡыусылар өсөн һөнәр һайлау майҙансыҡтары ла эшләй.

 

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: