+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
28 Август 2021, 16:03

"Ә иң мөһиме – халыҡтар дуҫлығын күрһәтеү"

Йәш һөнәрмәндәр паркына ингән ерҙә сувенир кибеттәре урынлашҡан. Бында «Йәш һөнәрмәндәр» чемпионаты ҡатнашыусылары һәм ҡунаҡтар иҫтәлекле әйберҙәр һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Әлеге урында «Орёл и решка» тапшырыуында ҡатнашҡан  кәсепсе Рәлиф Ситдиҡов та эшләй.

"Ә иң мөһиме – халыҡтар дуҫлығын күрһәтеү"
"Ә иң мөһиме – халыҡтар дуҫлығын күрһәтеү"

Рәлифтең ғаилә оҫтаханаһы бар. Ул яҡындары менән ҡамсы, башҡорт милли биҙәүестәре, һаҡалдар, кейеҙҙән түбәйтәйҙәр  эшләй, башлыҡ та тегә.

 – Беҙҙең маҡсат – ҡунаҡтарҙы һәм чемпионат ҡатнашыусыларын беҙҙең төбәк халҡының мәҙәниәте менән таныштырыу. Ә иң мөһиме – халыҡтар дуҫлығын күрһәтеү, – ти оҫта.

Рәлиф Ситдиҡов кәсепселек менән осраҡлы рәүештә шөғөлләнә башлай.

– Водитель булып эшләгән саҡта ҡайһылыр ваҡытта ижад менән мауығып киттем. Краснодар крайына барып килдем, ҡамсы менән ҡыҙыҡһына башланым. Шулай кәсепселек эшен үҫтерә башланым. Ә минең ҡәйнәм һәр ваҡыт һаҡалдар эшләй ине, бер аҙҙан ҡатыным да мауығып китте. Беҙҙең хоббибыҙ ошолай ғаилә эшенә әйләнде, – ти ул.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: