+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
29 Август 2021, 11:22

«Иң шәп остазлыҡ практиктары» бүләкләнде

«Йәш һөнәрмәндәр» чемпионаты финалының эшлекле программаһы барышында  «Иң шәп остазлыҡ практиктары» конкурсы лауреаттары ла иғтибар үҙәгендә булды. Был бәйгелә Башҡортостанда «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектын тормошҡа ашырыусы предприятиелар ҡатнашҡан.

«Иң шәп остазлыҡ практиктары» бүләкләнде
«Иң шәп остазлыҡ практиктары» бүләкләнде

Беренсе дәрәжә дипломды «ОЗНА-Инжиниринг» ғилми-производство предприятиеһы алһа, икенсе урынды –  «Нефтекама яһалма күн производствоһы берекмәһе», өсөнсө урынды  «Благовещен арматура заводы» яуланы. Еңеүселәр остазлыҡ конкурсының Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашасаҡ.

Тағы ла ике ҡыуаныслы яңылыҡ. WorldSkills стандарттары буйынса имтихан тапшырыусы төбәктәр араһында Башҡортостан – тәүге бишәү араһында. Тәүге өс урында – Мәскәү, Нижегородка һәм Һамар өлкәләре. Яҡын киләсәктә бындай күрһәтмә имтихандар илдең бөтә колледж һәм техникумдарында мотлаҡ индереләсәк. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл бер нисә Өфө колледжына, юғары уҡыу йорттарына ҡарағанда ла, конкурс ҙурыраҡ булған.

 

 

Фото: "Башинформ".

#WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: