+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
29 Август 2021, 13:28

Ябыу тантанаһын тура эфирҙан да ҡарарға мөмкин

Бөгөн, 29 августа, баш ҡалабыҙҙа «Йәш һөнәрмәндәр» IX милли чемпионат финалын ябыу тантанаһы үтә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, асыу тантанаһындағы кеүек, милли рух темаһы бында ла дауам ителәсәк. «Үҙенең киңлеге буйынса был тамаша Олимпия уйындарынан бер ҙә ҡалышмай», – ти режиссёрҙар.

Ябыу тантанаһын тура эфирҙан да ҡарарға мөмкин
Ябыу тантанаһын тура эфирҙан да ҡарарға мөмкин

Ҙур күләмле сара  «Торатау» Конгресс-холы артындағы «Ватан» паркында киң йәйелдереләсәк. Бында 105 компетенция буйынса еңеүселәрҙе Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов, «Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы»ның генераль директоры Роберт Уразов һәм республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан итәсәк. Шулай уҡ «Дабро» төркөмөнөң сығышы ла көтөлә, салют та буласаҡ.

Ябыу тантанаһын БЮТ телеканалы тура эфирҙан күрһәтәсәк. Унан тыш, YouTube каналында ошо һылтанма буйынса ла ҡарарға була. Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 7-лә башланасаҡ.

 

 

Фото: "Башинформ".

#WorldSkillsRussia #Нацфинал2021 #НацфиналУфа

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: