+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
3 Сентябрь 2021, 12:05

Иғтибар: ВиПиН бәйге иғлан итә

Һөйөнсө! ВиПиН йәш рәссамдар араһында «БӨТӘ РӘСӘЙ ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛЫУ ҺӘМ МИН» бәйгеһен иғлан итә.

Иғтибар: ВиПиН бәйге иғлан итә
Иғтибар: ВиПиН бәйге иғлан итә

Ойоштороусылары – Федераль дәүләт статис­тикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы һәм «Йәншишмә» гәзите редакцияһы.
Конкурстың маҡсаты – быйыл октябрь айында үткәреләсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының барыбыҙ өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген аңлатыу. Тимәк, был саранан берәү ҙә ситтә ҡалмаҫ, тип уйлайбыҙ. Бәйгебеҙ ҙә шул маҡсаттан үткәрелә.
Ҡәҙерле балалар, һеҙ һүрәттәрегеҙҙә ғаиләгеҙҙең халыҡ иҫәбен алыуҙа нисек ҡатнашыуын, иҫәп алыусыларҙың өйөгөҙгә ниндәй кейемдә килеүен сағылдыра алаһығыҙ. Шулай уҡ шәжәрә ағасығыҙҙы ла төҙөп ебәрергә, үҙегеҙ йәшәгән ауыл, ҡасаба, ҡала ерҙәрендәге иҫтәлекле урындарҙы һүрәтләргә мөмкин. Тик ижади эшегеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың эмблемаһы һәм талисманы ВиПиН да урын алһын.
Бәйге еңеүселәрен жюри ағзалары 7 – 10, 11 – 14 йәштәгеләр араһында айырым билдәләйәсәк.
Еңеүселәргә бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ.
Конкурс эштәрен 15 ноябргә тиклем редакцияның электрон почтаһына [email protected] йә «Йәншишмә»­нең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөнә ебәрегеҙ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: