-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
6 Сентябрь 2021, 14:10

“Өфө Тулҡыны” саҡыра

"Өфө Тулҡыны" музыкаль конкурсы йәнле тыңлауҙарҙа үтәсәк. Бәйгеселәр абруйлы жюри алдында тәүге һынауҙы 16 сентябрҙә тотасаҡ.

“Өфө Тулҡыны” саҡыра
“Өфө Тулҡыны” саҡыра

Йола буйынса, унда вокал ғына түгел, йырсының хислелеге, образының сағыулығы, сәхнәләге кәүҙәләнеше лә баһалана. Йәнле тыңлауҙар концерт программаһы рәүешендә була, тәнәфестә ҡатнашыусылар, тамашасылар күңелле уйын-викториналарҙа ҡатнашып, бүләктәр алып ҡыуанасаҡ. Бәйге 19 сәғәттә башлана. Инеү ирекле.

Быйыл үҙенең унынсы юбилей миҙгелен үткәргән "Өфө Тулҡыны" музыкаль конкурсына республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан, илдең  төрлө мөйөштәренән 300-гә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Шуларҙың 91-е генә ҡатнашыусы статусын алды. Улар араһында йәш йырсылар Һәм 9-17 йәшлек төркөмдәр, йырсылар, ансамблдәр һәм дуэттар бар. Йәш конкурсанттар Өфө Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Салауат, Ағиҙел, Туймазы ҡалаларынан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Фёдоровка райондарынан. Шулай уҡ бәйгегә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Ырымбур Магнитогорск, Омск, Түбәнге Новгород, Силәбе өлкәләренең һәләтле балаларының ғаризалары ла ҡабул ителгән.

#уфимскаяволна2021 #тенгри #спутникфм #фондпрезидентскихгрантов

#музыкальныйконкурс #кастингведущих #уфа #башкирия #радио #концерты

#живыепрослушивания #отчетныйконцерт #акции #видеодневники

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: