+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
13 Сентябрь 2021, 11:07

Башланғыс синыфтарға – «Ә мин беләм» олимпиадаһы

28 сентябрҙән башланғыс синыфтар өсөн математика, урыҫ теле һәм тирә-яғыбыҙҙағы донъя буйынса Яндекс. Дәреслектең «Ә мин беләм» тигән онлайн-олимпиада старт ала. Унда ҡатнашыу бушлай.

Башланғыс синыфтарға – «Ә мин беләм» олимпиадаһы
Башланғыс синыфтарға – «Ә мин беләм» олимпиадаһы

Әлеге олимпиадалар түбәндәге ваҡыттарҙа уҙғарыласаҡ:

– 28 сентябрь – 18 октябрь – математика;

– 25 октябрь – 15 ноябрь – урыҫ теле;

– 12 октябрь – 2 ноябрь – тирә-яғыбыҙҙағы донъя.

Теркәлеү өсөн ошо һылтанма буйынса https://education.yandex.ru/olymp/  олимпиаданың сайтында теркәлергә һәм «Ҡатнашырға» тигәнгә баҫырға кәрәк.

Олимпиадала ҡатнашыусыларға - дипломдар, еңеүселәргә ҡиммәтле приздар ҙа биреләсәк.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: