+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
15 Сентябрь 2021, 09:44

Йәш башҡарыусылар, коллективтар ҙа ҡатнаша ала

9 – 10 октябрҙә «Башҡортостан таланттары» Бөтә Рәсәй конкурс-фестивале үтәсәк. Ул йәш һәләттәрҙең ижадын танытыу, яңы исемдәр асыу, милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү маҡсатында ойошторола. Бәйгелә коллективтар ҙа, 3-тән 17 йәшкә тиклемге йәш башҡарыусылар ҙа ҡатнаша ала.  

Йәш башҡарыусылар, коллективтар ҙа ҡатнаша ала
Йәш башҡарыусылар, коллективтар ҙа ҡатнаша ала

Еңеүселәр «Вокал», «Хореография», «Үҙенсәлекле жанр», «Нәфис һүҙ», «Инструменталь жанр», «Мода театры» номинациялары буйынса билдәләнәсәк. Ғаризалар 25 сентябргә тиклем mailto:[email protected] электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте talanty-bashkortostana.ru сайтында йәки 8-965-645-33-77, 8-996-579-21-88 телефондары буйынса алырға мөмкин.

 

 

Фото: https://www.ufacity.info/.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: