+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
16 Сентябрь 2021, 09:44

Химия турнирына ғаризалар ҡабул ителә

Химия турниры – команда менән ҡатнаша торған уҡыусылар өсөн ижади ярыш. Унда,ҡәҙерле дуҫтар,һеҙ ҙә көсөгөҙҙө һынап ҡарай алаһығыҙ.

Химия турнирына ғаризалар ҡабул ителә
Химия турнирына ғаризалар ҡабул ителә

Бының өсөн https://chemturnir.olimpiada.ru/zadachi_regionalnykh_.. сайтында баҫылған төбәк этабының мәсьәләләрен сисергә, турнир ваҡытында сиселештең дөрөҫлөгөн иҫбатларға, яҡларға кәрәк. Сиселеште яҡлау мини-конференция форматында үтәсәк. Командалар сират буйынса сығыш яһаусы, оппонент һәм рецензент ролдәрен аласаҡ.

Төбәк этабы 6 ноябрҙә Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә ойоштороласаҡ. Ҡатнашыу өсөн теркәлеү 27 октябргә тиклем ошо һылтанма буйынса http://chemturnir.olimpiada.ru/reg бара.

Турнирҙа ҡатнашыу бушлай. Тулыраҡ мәғлүмәтте уларҙың сайтында http://chemturnir.olimpiada.ru алырға мөмкин.

 

 

 

Фото: https://vk.com/avrora_rb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: