+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
22 Сентября 2021, 12:12

Баш ҡалаға арналған фотолар конкурсы үтәсәк

21 сентябрҙән 13 октябргә тиклем «Яратҡан ҡалам, һинән дә матурырағы юҡ» тигән фотолар конкурсы ойошторола. Унда 6 йәштән һәм унан өлкәндәр ҡатнаша ала.

Баш ҡалаға арналған фотолар конкурсы үтәсәкБаш ҡалаға арналған фотолар конкурсы үтәсәк
Баш ҡалаға арналған фотолар конкурсы үтәсәк

Фотолар конкурсын Өфө ҡалаһы округының үҙәкләштерелгән киң күләмле китапханалар системаһының 26-сы моделле һәм 16-сы китапханалары ойоштора. Бәйгенең маҡсаты – ҡала халҡын Рәсәй ҡалаларының мәҙәни-тарихи мираҫына йәлеп итеү. Конкурсҡа jpg форматында яратҡан урамың, ишек алды, һәйкәл йәки яратҡан урының төшөрөлгән эштәр ҡабул ителә.

Бында ҡатнашыу өсөн «Бәйләнештә» селтәрендәге https://vk.com/bib16ufa,  https://vk.com/biblio26_ufa төркөмдәренә яҙылырға кәрәк. Конкурс ике этапта үтәсәк: эштәрҙе ҡабул итеү һәм тауыш биреү.

Фото менән ғаризаны 16@ufa-lib.ru электрон почтаһына 5 октябргә тиклем ебәрергә була. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла сертификаттар биреләсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса алырға мөмкин.

 

 

Фото: https://vk.com/kulturarb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас