+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
22 Сентября 2021, 10:07

Иң яҡшы инклюзив мәктәп асыҡланды

«Рәсәйҙең иң яҡшы инклюзив мәктәбе – 2021» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабына йомғаҡ яһалды. Был бәйге инклюзив белем биреүҙе индереүҙә һәм үҫтереүҙә белем усаҡтарының әүҙемлеген арттырыу, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар тәрбиәләнгән мәктәпкәсә, урта белем биреү учреждениеларында инновацион эштәрҙе һәм технологияларҙы күтәреү маҡсатында үткәрелде.

Иң яҡшы инклюзив мәктәп асыҡландыИң яҡшы инклюзив мәктәп асыҡланды
Иң яҡшы инклюзив мәктәп асыҡланды

Конкурста барлығы 14 белем биреү учреждениеһы ҡатнашты. Шулай итеп «Иң яҡшы инклюзив мәктәп» номинацияһына Нефтекама ҡалаһындағы 3-сө мәктәп лайыҡ булды. Ә «Иң яҡшы инклюзив балалар баҡсаһы» тип Бәләбәй районының Приют ҡасабаһындағы 35-се ҡатнаш төрҙәге «Теремок» балалар баҡсаһы танылды.

 

 

Фото: https://education.bashkortostan.ru/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас