+14 °С
Ясно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
6 Октября 2021, 05:24

Квест-турҙа ҡатнаша алаһығыҙ

Дуҫтар, республикабыҙҙы яҡшы беләһегеҙме? Белемегеҙҙе тикшереп ҡарағығыҙ килһә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана ойошторған «Башҡортостанды таныйым» тигән квест-турҙа ҡатнашығыҙ.

Квест-турҙа ҡатнаша алаһығыҙКвест-турҙа ҡатнаша алаһығыҙ
Квест-турҙа ҡатнаша алаһығыҙ

Квест логик мәсьәләләрҙе үҙ эсенә алған биш турҙан торасаҡ. Бында республикабыҙҙың мөһим ваҡиғалары һәм мәҙәни объекттары шифрланған. Һәр бер яңы эш төрө китапхананың социаль селтәрҙәрендә – «Бәйләнештә», «Инстаграм»да урынлаштырыла. Квест-тур тураһында мәғлүмәт менән  ошо һылтанма аша http://www.bashnl.ru/kvest-tur-ko-dnyu-respubliki/  тулыраҡ танышырға мөмкин.  Ошонда уҡ  ҡатнашыу өсөн теркәлергә лә була.

 

Фото: https://vk.com/kulturarb

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас