+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
13 Октября 2021, 11:29

Һәр бер ҡатнашыусыға электрон ҡатнашыу дипломы биреләсәк

Балалар йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү буйынса республика ресурс үҙәге «Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре әлифбаһы» тигән республика ижади конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Бәйгелә балалар баҡсаһына йөрөгән 5 – 7 йәшлектәр, мәктәптәрҙә I – VI  синыфтарҙа уҡығандар ҙа ҡатнаша ала.

Һәр бер ҡатнашыусыға электрон ҡатнашыу дипломы биреләсәкҺәр бер ҡатнашыусыға электрон ҡатнашыу дипломы биреләсәк
Һәр бер ҡатнашыусыға электрон ҡатнашыу дипломы биреләсәк

Баһалама төркөмө коллектив һәм шәхси эштәрҙе ҡараясаҡ. Еңеүселәр өс йәш төркөмөндә билдәләнәсәк: 1-се төркөм – 5 – 7 йәштәгеләр, 2-се төркөм – I – III синыфтар, 3-сө төркөм – IV – VI синыфтар.

Конкурсҡа эштәр 15 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Бәйге «Фотография» һәм «Шиғыр, лозунг» номинациялары буйынса үткәрелә. Һәр номинация буйынса йәш төркөмдәрендә I, II, III урын алыусыларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Һәр ҡатнашыусыға электрон ҡатнашыу дипломы биреләсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанманан https://pddrb.ru/wp-content/uploads/2021/10/scan.pdf алырға мөмкин.

 

 

 

Фото: https://vk.com/club189590235.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас