+21 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
19 Октября 2021, 04:46

«Атайҙар һәм балалар» фотоконкурсы бара

Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто атайҙарҙы ҡотлауын дауам итә һәм «Атайҙар һәм балалар» милләт-ара фотоконкурсында ҡатнашырға саҡыра. Был бәйге патриотлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, милләт-ара татыулыҡты нығытыу һәм балаларҙы тәрбиәләүҙә атайҙың ролен күтәреү маҡсатында уҙғарыла.

«Атайҙар һәм балалар» фотоконкурсы бара«Атайҙар һәм балалар» фотоконкурсы бара
«Атайҙар һәм балалар» фотоконкурсы бара

Конкурста ҡатнашыу өсөн «Бәйләнештә» йәки «Инстаграм»дағы үҙеңдең аккаунтыңа милли кейемдә төшкән бала һәм уның атаһының фотоһын ҡуйырға, үҙеңдең милләтең, фотола кемдәр төшөүе тураһында бер нисә һүҙ яҙырға һәм #ОтцыИДетиРБ, #ДДНРБ хэштектарын ҡуйырға, Халыҡтар дуҫлығы йортоноң аккаунтына @ddn_rb яҙылырға кәрәк.

Барлыҡ шарттарҙы үтәгән һәм иң күп лайк йыйған ҡатнашыусы ҡиммәтле бүләккә эйә буласаҡ. Һөҙөмтәләр 28 октябрҙә иғлан ителәсәк.

 

 

Фото: https://vk.com/kulturarb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас