+28 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
19 Октября 2021, 04:48

«Аврора – ӨДНТУ» олимпиадаһы башлана

Уҡыусыларҙың «Аврора – ӨДНТУ» олимпиадаһы математиканан, йәмғиәтте өйрәнеү, физиканан һәм информатиканан ике этапта үткәрелә. Бында Әлшәй, Ауырғазы, Бәләбәй, Бишбүләк, Ғафури, Йәрмәкәй, Ишембай, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан VIII – XI синыфта уҡыусылар ҡатнаша ала.

«Аврора – ӨДНТУ» олимпиадаһы башлана«Аврора – ӨДНТУ» олимпиадаһы башлана
«Аврора – ӨДНТУ» олимпиадаһы башлана

Ошо һылтанма буйынса  https://clck.ru/YCt6E теркәлеү үтеп, 25 октябргә тиклем ғариза биргәндәр олимпиадала үҙен һынап ҡараясаҡ. Тәүге этабы «Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәгенең дистанцион технологияларын ҡулланып 26 октябрҙә үткәрелә, икенсе этабы Стәрлетамаҡ ҡалаһында Өфө дәүләт нефть-техник университетының филиалында Октябрь Проспекты, 2-се йорт адресы буйынса 9 ноябрҙә ойошторола.

Еңеүселәр һәм призёрҙарға дипломдар, бүләктәр тапшырыласаҡ, һәр бер ҡатнашыусыға сертификат биреләсәк.

 

Фото: https://vk.com/avrora_rb.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас