+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
23 Октября 2021, 14:04

Олимпиадала көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ

«Йондоҙлоҡ – 2022» Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабы башланды. Фәнни-тикшеренеү проекттары бәйгеһендә III – X синыф уҡыусылары көстәрен һынай ала.

Олимпиадала көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙОлимпиадала көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ
Олимпиадала көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ

Олимпиада өс этапта уҙасаҡ. Тәүгеһе – һайлау алыу этабы, 19 ноябргә тиклем дауам итә. Икенсеһе – 24-25 ноябрҙә иң яҡшы проекттарҙың онлайн презентацияһы. 26 ноябрҙә баһалама төркөмө бәйгегә йомғаҡ яһаясаҡ.

Олимпиада «Энергия һәм кеше», «Физик лаборатория», «Йыһан лабораторияһы», «Астрономия», «Космонавтика», «Кеше һәм йыһан», «Программалау», «Мәғлүмәт технологиялары», «Презентация», «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында авиацион асыштар» номинациялары буйынса уҙғарыла. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://vk.com/doc230109530_615384694?hash=7f19ef1ab023410d69&dl=36f705bf198127f9db алырға мөмкин. Бәйләнеш өсөн телефон:  8 (347)276-34-76.

 

 

Фото: https://vk.com/rtekhnopark.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас