+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
28 Октября 2021, 10:26

Еңеүселәрҙе дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр көтә

БДУ-ның математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты IX – XI синыфтарҙы һәм һөнәри  урта белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙы математика буйынса «Уңышҡа юл» көҙгө төбәк-ара олимпиадаһында ҡатнашырға саҡыра. Бәйге ике этапта уҙасаҡ.

Еңеүселәрҙе дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр көтәЕңеүселәрҙе дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр көтә
Еңеүселәрҙе дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр көтә

Һайлап алыу этабы 30 октябрҙә иртәнге 10-дан киске 8-гә тиклем онлайн форматта ошо платформала түбәндәге һылтанма буйынса https://sdoino.bashedu.ru/local/crw/category.php?cid=..  үтәсәк.

Төп этап 19 – 20 ноябргә планлаштырылған. Республикала килеп тыуған эпидемиологик хәл арҡаһында был этапты ойоштороу форматы һуңғараҡ билдәле буласаҡ. Йомғаҡлау этабы көндәрендә уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн математиканан БДИ-лағы үҙгәрештәр буйынса консультациялар уҙғарыу, йомғаҡлау этабы мәсьәләләрен тикшереү, шулай уҡ бүләкләү тантанаһы ҡаралған.

Олимпиадала ҡатнашыу бушлай. Еңеүселәр һәм призёрҙарға дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Бында йыйған мәрәйҙәр республикабыҙҙағы юғары уҡыу йорттарына ингәндә иҫәпкә алынасаҡ.

Ҡатнашыу өсөн ошо һылтанма буйынса https://forms.gle/ZG9sNtziXxMsfgVd8  29 октябргә тиклем теркәлеү үтеп, сайтта https://sdoino.bashedu.ru/local/crw/category.php?cid=.. иҫәп яҙмаһын булдырырға кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт буйынса һорауҙарҙы ошо электрон почтаға math.school2017@yandex.ru яҙа алаһығыҙ.

 

 

Фото: https://vk.com/avrora_rb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас