

Бәйгене республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы, «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы ойошторҙо.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, финалда конкурс турын үткән 12 уҡыусы ҡатнашты. Бәйгеселәрҙе абруйлы жюри төркөмө баһаланы, улар араһында Артур Нәзиуллин, Илшат Мөслимов, Шәүрә Сәғитова, Артур Ғайсаров кеүек билдәле музыканттар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре бар ине.
Финалистарға Башҡортостан Республикаһының милли симфоник оркестры менән бергә сығыш яһау һәм башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен уйнау бәхете тейҙе. Шулай итеп, Камилла Хәмиҙуллина (фортепиано), Сәиҙә Бигаева (тынлы музыка ҡоралы), Иҙел Тунников (халыҡ музыка ҡоралы), Изида Бигаева (ҡыллы музыка ҡоралы) беренсе дәрәжә диплом яулауға иреште.
– Аҡыллы, матур, талантлы балаларҙың ата-әсәләре, мин һеҙҙе ошо тарихи ваҡиға менән ҡотлайым. Бөгөнгө сәхнәлә барған күренеште һүҙ менән генә аңлатыу мөмкин түгел. Шуға күрә мин һеҙҙең барығыҙҙы ла ҡотлап, күңелегеҙҙе һалып беҙҙең балаларҙы үҫтереүегеҙҙе, күтәреүегеҙҙе теләйем, – тип белдерҙе “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.
Фото: https://culture.bashkortostan.ru/.