+15 °С
Ясно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
2 Ноября 2021, 10:12

Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ

«Рәсәйҙең юристар ассоциацияһы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе республикабыҙҙағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил менән берлектә «Хоҡуҡта тормош» хоҡуҡи спектакль» конкурсын иғлан итә. Был театр сәнғәте ярышы Бөтә донъя бала хоҡуҡтары көнөнә арнала. Унда 5-тән 18 йәшкә тиклемгеләр өсөн ижади коллективтар ҙа, айырым башҡарыусылар ҙа ҡатнаша ала.

Еңеүселәргә  ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡЕңеүселәргә  ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ
Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ

Бәйге ситтән тороп уҙасаҡ. Видеояҙма, ғаризалар 30 ноябргә тиклем alrf-rb@mail.ru электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Эштәрҙе ебәргәндә проекттың, сығыш яһаусы йәки коллективтың исем-шәрифтәрен, адрестарын яҙырға онотмағыҙ, шулай уҡ етәксегеҙҙең аңлатмалы хаты ла булырға тейеш. Видеояҙманың оҙонлоғо 1 – 5 минуттан артмаһын.

Конкурсҡа төрлө жанрҙағы сығыштар ҡабул ителә:

– нәфис һүҙ (шиғриәт, проза, монолог, әҙәби-музыкаль композиция);

– драма театры (моно-спектакль, спектаклдән өҙөк, драма спектакле ....);

– музыка театры (опера, оперетта, балет, данс-спектакль, мюзикл ....)

– эстрада театры (эстрада миниатюраһы, скетч, юмористик спектакль);

– ҡурсаҡ театры;

– пластик театр (пантомима, пластик этюд...);

– фольклор театры (халыҡ драмаһы, көлкө, ғөрөф-ғәҙәт, йола тамашалары...).

Барлыҡ теләүселәр ҙә ҡатнашырға саҡырыла. Еңеүселәр дипломдар, кубоктар, ҡиммәтле приздар менән бүләкләнәсәк.

 

Фото: https://vk.com/kulturarb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас