

Фестивалгә төрлө илдәрҙән 57 эш ебәрелгән ине, шуларҙың 49 һайлап алынды.
«Алтын һарай» мультипликацион фильмы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында төшөрөлгән. Уның сюжет нигеҙендә кәләш эҙләп сәйәхәткә сығыусы батыр тарихы ята. Йәнһүрәтте ҡурсаҡ театры артистары тауышландырған. Геройҙарҙың береһе республикабыҙҙың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов тауышы менән һөйләй. Фильмдың премьераһы ошо йылдың мартында үткәйне.
Әйтергә кәрәк, Рим Шәрәфетдинов - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың билдәле мультипликаторы, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Башҡортостан” киностудияһында 30 йылдан ашыу эшләй.
Фото: https://vk.com/kulturarb.