+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
9 Ноябрь 2021, 09:16

Финалға сығыусыларға уңыштар теләйбеҙ!

Республикабыҙ уҡыусылары икенсе йыл рәттән «Ҙур тәнәфес» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша. 26 марттан 15 июнгә тиклем бәйгелә көсөн һынарға 10 мең 641 ҡыҙ һәм егет теркәлһә, Ҡазанда 30 сентябрҙән 3 октябргә тиклем уҙған ярымфиналға 119 уҡыусы саҡырылған. Шулар араһынан Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама ҡалаларынан, Белорет, Благовещен, Ишембай, Өфө райондарынан 26 уҡыусыға финалға сығыу бәхете тейгән.

Финалға сығыусыларға уңыштар теләйбеҙ!
Финалға сығыусыларға уңыштар теләйбеҙ!

Ә конкурстың финалы «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә 6-һынан 26 ноябргә тиклем уҙасаҡ. X – XI синыфтарҙан 300 еңеүсегә юғары уҡыу йортонда уҡыуын түләү, һайлаған һөнәре буйынса уҡыу өсөн ҡоролмалар һәм техникалар алыу, үҙенең шәхси проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1-әр миллион һум биреләсәк. Ә VIII – IX синыфтарҙан 300 еңеүсегә ҡоролма һәм техника һатып алыр өсөн 200 мең һум түләнәсәк.

Республикабыҙҙан финалға сығыусыларға уңыштар теләйек.

 

Фото: https://education.bashkortostan.ru/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: