+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
13 Ноябрь 2021, 21:27

Ун беренсе синыф уҡыусыһы алтын миҙал яуланы

Өфө дәүләт нефть техник университетының Матвей Пинский исемендәге 83-сө инженер лицейының XI синыф уҡыусыһы Алексей Санинон физика буйынса халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал яуланы. Ул Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында донъяның 19 илен уҙып, ошондай юғары баһаға лайыҡ булды.

Ун беренсе синыф уҡыусыһы алтын миҙал яуланы
Ун беренсе синыф уҡыусыһы алтын миҙал яуланы

 «Интеллектуаль ярыштар ике турҙан торҙо. Тәүгеһе яҙма эш рәүешендә үтте. Ҡатнашыусыларға уны 3 сәғәт эсендә үтәргә кәрәк ине. Икенсе турҙа уҡыусылар практик (лаборатор) эштәрҙе башҡарҙы», – тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Һөҙөмтәлә Рәсәй командаһы 4 алтын һәм 1 көмөш миҙал яуланы.

Алексей Саниндың еңеүҙәр йыйылмаһына тағы ла бер миҙал өҫтәлде. Үткән уҡыу йылында ул иҡтисад һәм физика фәндәренән уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында призёр булғайны.

 

 

Фотола: https://newsbash.ru/society/shool/

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: