+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
15 Ноябрь 2021, 10:26

"Оҙон тәнәфес" финалистары еңеү менән ҡайтты

Ошо көндәрҙә “Артек” балалар лагерында V – XI синыф уҡыуслыраы араһында Бөтә Рәсәй “Оҙон тәнәфес” бәйгеһенең финалы үтте.

"Оҙон тәнәфес" финалистары еңеү менән ҡайтты
"Оҙон тәнәфес" финалистары еңеү менән ҡайтты

Быйыл унда илдең төрлө төбәктәренән 2,5 миллион мәктәп уҡысыһы һәм колледж студенттары ҡатнашты. Әлеге бәйге ингеҙендә бәйгеселәр интеллект, шәхес тибы, эрудиция һәм һөнәр һайлау буйынса тестар үтте, мотивация мәсьәләләрен үтәп, кейстар менән эшләне.  Финалда беҙҙең республикабыҙҙан да уҡыусылар ҡатнашып, уларҙың 11-е еңеүгә иреште. Бына улар:  Кирилл Апокин (Өфө ҡалаһы, 91-се гимназия), Арина Субботина (“Педагогик оҫталыҡ үҙәгенең дөйөм белем биреү мәктәбе”), Денис Фазалов (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 33-сө мәктәп), Наташа Печенкина (Өфө ҡалаһы, 49-сы мәктәп), Алмаз Ғилфанов (Октябрьский ҡалаһы, 3-сө гимназия), Катя Сергеева (Нефтекама ҡалаһы, 9-сә мәктәп),  Лена Хилажева (Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы),  Данил Каширин (Өфө ҡалаһы, 153-сө гимназия), Амалия Шәрипова (Өфө ҡалаһы, сит телдәрҙе тәрән өйрәнеүсе 117-се гимназия),  Никита Ворошнин (Өфө ҡалаһы, 56-сы мәктәп), Аня Скотарева (Өфө ҡалаһы, 35-се мәғариф үҙәге).

Бәйгелә еңеүсе VIII – IX синыф уҡысылары  йыһаз һәм техника һатып алыу өсөн 200 мең һум аҡсаға эйә булды. Х – XI синыф уҡыусылары юғары уҡыу йортонда белем алыуға, уҡыу өсөн йыһаздар һәм техника һатып алыуға йә иһә үҙ проектын тормошҡа ашырыуға 1 миллион һум аҡса менән бүләкләнде. Бынан тыш,  еңеүселәргә илебеҙҙең юғары уҡыу йорттарына ингәндә портфолиоға балдар ҙа өҫтәләсәк.

“Оҙон тәнәфес”тә ҡатнашыусы уҡыусыларыбыҙҙы уңыштары менән менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Был еңеүҙәрегеҙ киләсәктә лә оло юлға сыҡҡанда ҙур ярҙам булыр, тип ышанабыҙ.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: