+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
17 Ноябрь 2021, 11:08

Ҡайһы мәктәп ашханалары иң-иңдәр тип танылды?

Республикабыҙҙа «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бәйгелә 42 мәктәп ашханаһы көсөн һынаған, шуларҙың 14-е – ҡала, 28-е – райондағы мәктәп ашханалары.

Ҡайһы мәктәп ашханалары иң-иңдәр тип танылды?
Ҡайһы мәктәп ашханалары иң-иңдәр тип танылды?

Шулай итеп, «Ҡала мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы» номинацияһында Өфөнөң 121-се гимназияһы еңеүсе тип табылды, икенсе урынды Стәрлетамаҡтағы 23-сө  полилингваль мәктәп яуланы, өсөнсө урынды Благовещендағы 3-сө мәктәп менән Бәләбәй башҡорт интернат-гимназияһы бүлеште.

«Ауыл мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы» номинацияһында Шишмәләге  1-се мәктәп һәм Асҡындағы 1-се мәктәп ашханалары еңеүселәр булды. Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә мәктәбе һәм Саҡмағоштағы 1-се мәктәп II урын яуланы. Күгәрсен районының Николай Ежов исемендәге Волостновка  һәм Яңауыл районындағы Киҫәкҡайын мәктәптәре өсөнсө урындарҙы бүлеште.

Уларҙан тыш, ойоштороу комитеты «Ҡайнар ашты ойоштороу сифаты өсөн» номинацияһы ла булдырҙы. Бында Бишбүләк районындағы Йылбулаҡтамаҡ мәктәбе, Балтас районы Әниф Әкрәмов исемендәге Штанды мәктәбе, Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғылағы лицей, Ейәнсура районы Таҙлар мәктәбе дәртләндереү бүләктәренә лайыҡ булды.

Конкурстың федераль этабы 22 ноябрҙән 1 декабргә тиклем уҙасаҡ. Төбәк этаптың еңеүселәре республика намыҫын Мәскәүҙә яҡлаясаҡ. Уларға уңыштар теләйек.

 

 

Фото: https://ufacity.info/press/news/421089.html.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: