-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
17 Ноябрь 2021, 09:44

Конкурста еңеүсе ғаиләләр фильмда төшәсәк

Күп балалы ғаиләләр өсөн «Ғаилә калейдоскобы» тигән конкурс башланды. Бында уларҙың кәсептәре, ижады йәки социаль әүҙемлектәре төшөрөлгән видеояҙмалар 31 декабргә тиклем ҡабул ителә.

Конкурста еңеүсе ғаиләләр фильмда төшәсәк
Конкурста еңеүсе ғаиләләр фильмда төшәсәк

Бәйге «Кәсеп бәхете», «Ғаилә ижады», «Социаль әүҙем ғаилә» номинациялары буйынса үтә. Һәр номинацияла беренсе урын яулағандар «Күп балалы ғаилә – милләт ғорурлығы» тигән фильмда төшәсәк.

2022 йылдың мартында проекттың йомғаҡлау сараһы – «Ғаилә палитраһы» арт-фестивале уҙасаҡ. Унда «Ғаилә калейдоскобы» ҡатнашыусылары һәм еңеүселәре бүләкләнәсәк, «Күп балалы ғаилә – милләт ғорурлығы» фильмының презентацияһы көтөлә. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеләсәк, ижади эштәр күргәҙмәһе, фото һәм видео, ата-әсәйҙәр өсөн консультация зоналары эшләйәсәк, балалар өсөн анимация ла буласаҡ.

Күп балалы ғаиләләрҙең иң шәп видеояҙмалары Башҡортостандың Ғаилә порталында www.семьярб.рф урынлаштырыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо телефон буйынса  8 ( 347) 216 37 35 алырға мөмкин.

 

 

Фото: https://vk.com/fsgo_rb

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: