+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
19 Ноябрь 2021, 14:02

Ә һин Ҡыш бабайға хат яҙырға йыйынаһыңмы?

Дуҫтар, «Ҡыш бабайға хат» проекты старт ала. Быйыл ул «Ҡыш бабайҙың серле хеҙмәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы бул һәм бигерәк тә Яңы йыл алдынан беҙҙең иғтибарға, изге һүҙҙәргә, күңел йылылығына мохтаж булған олатай-өләсәйҙәрҙе хәстәрләргә ярҙам ит» девизы аҫтында үтә.

Ә һин Ҡыш бабайға хат яҙырға йыйынаһыңмы?
Ә һин Ҡыш бабайға хат яҙырға йыйынаһыңмы?

Проекттың маҡсаты – балалар араһында шәфҡәтлелек хәрәкәтен тергеҙеү. Бында 2021 йыл буйына яҡындарына, мохтаждарға ярҙам күрһәткән 3-тән 15 йәшкә тиклемге йәштәге балалар ҡатнаша ала.

Проектта ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә һуң?

  1. Хат яҙырға;
  2. Эште үтәргә;
  3. Google форманы:https://forms.gle/cSuafXEysvhLzkj18 тултырырға.

Хаттар 5 декабргә тиклем ҡабул ителә. Ҡыш бабайҙың эштәрен үтәгән иң әүҙем балалар электрон почта буйынса махсус грамота аласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо төркөмдә https://vk.com/fondufa алырға мөмкин.

 

 

Фото:  https://vk.com/fondufa.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: