+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
19 Ноябрь 2021, 13:56

Оҙаҡламай «Яңы йыл ишек ҡаға» проекты башлана

Яңы йыл байрамын барыбыҙ ҙа көтөп алабыҙ. Ҡалабыбыҙҙа әҙерлек башланғаны әленән үк һиҙелә инде. Өфө майҙансыҡтарында шыршылар ҡуйыла, боҙ ҡаласыҡтары әҙерләнә. Оҙаҡламай 22 ноябрҙән ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы ла «Яңы йыл ишек ҡаға» тигән проектты тормошҡа ашыра башлаясаҡ. Уның буйынса социаль-мәҙәни акциялар, төрлө конкурстар, саралар ойоштороласаҡ.

Оҙаҡламай «Яңы йыл ишек ҡаға» проекты башлана
Оҙаҡламай «Яңы йыл ишек ҡаға» проекты башлана

Был проектҡа ярашлы, «Ҡарлы скульптура», «Яңы йыл.ru» электрон Яңы йыл открыткаларын эшләү, «Яңы йыл әкиәте» тигән балалар әҫәрҙәренә һүрәттәр төшөрөү, «Тәҙрәнән Яңы йыл ҡарай» тип исемләнгән конкурстар үтәсәк. Шулай уҡ Яңы йыл уйынсыҡтарының ҡала фестивале, «Һәр ихатала – байрам», «Беҙ һеҙгә бәхет теләйбеҙ» онлайн Яңы йыл открыткаһы» акциялары, Яңы йыл теләктәре ҡала марафоны уҙғарыласаҡ. Бәйгеләрҙә барлыҡ мәктәп уҡыусылары ла, уларҙың ата-әсәйҙәре һәм педагогтар ҙа ҡатнаша ала.

Проект социаль селтәрҙәрҙә  барасаҡ. Ундағы конкурстарға эштәрҙе #ВДВЕРЬСТУЧИТСЯНОВЫЙГОД#УФАНОВОГОДНЯЯ#УФАНОВОГОДНЯЯСКАЗКА хэштектары менән ҡуйырға кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://vk.com/publicguo алырға мөмкин.

 

 

Фото: https://vk.com/publicguo.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: