+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
23 Ноябрь 2021, 14:14

Флешмобта ҡатнашығыҙ!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йылы тулыуға һәм Башҡорт теле көнөнә арналған шиғри флешмоб башлап ебәрҙе.

Флешмобта ҡатнашығыҙ!
Флешмобта ҡатнашығыҙ!

Был флешмоб 14 декабргә тиклем барасаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн Мифтахетдин Аҡмулланың берәй шиғырын яттан һөйләп, уны видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә  үҙеңдең сәхифәләреңә #Аҡмулла , #БашҡортТелеКөнө#Ҡоролтай#Курултай хэштектары менән ҡуйырға кәрәк. Видеояҙманың оҙонлоғо 2 минуттан артырға тейеш түгел. Төшөргән видеояҙмала ҡатнашыусының исем-шәрифе, йәшәгән ере (ауыл, ҡала), һөйләгән шиғырының исемен дә күрһәтергә онотмағыҙ.

 

 

Фото: https://vk.com/kurultaibashkir.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: