+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
24 Ноябрь 2021, 10:55

Башланғыс синыф уҡыусылары ҡатнашырға саҡырыла!

Башланғыс синыф уҡыусылары «Фәнни PROхәрәкәт – 2022» тигән республика фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашырға саҡырыла. Ул ике этапта үтәсәк: беренсеһе (ситтән тороп) 15 декабргә тиклем бара, йомғаҡлау этабы 29 мартҡа тәғәйенләнгән. Ә уларҙың уҡытыусылары «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнаша ала.

Башланғыс синыф уҡыусылары ҡатнашырға саҡырыла!
Башланғыс синыф уҡыусылары ҡатнашырға саҡырыла!

Был фәнни-ғәмәли конференцияны мәғарифты үҫтереү институты, Өфө ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Калинин районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге, баш ҡалабыҙҙағы 118-се мәктәп  ойоштора. Секциялар түбәндәге йүнәлештәр буйынса үтәсәк:

  1. «Кешеләр донъяһында кеше» (тирә-яғыбыҙҙағы донъя, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, физика, химия);
  2. «Һандар донъяһында кеше» (математика, информатика);
  3. «Һүҙҙәр донъяһында кеше» (урыҫ теле, башҡорт теле, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәре);
  4. «Техника донъяһында кеше» (технология, тирә-яғыбыҙҙағы донъя);
  5. «Сәнғәт донъяһында кеше» (һынлы сәнғәт, музыка);
  6. «Экология донъяһында кеше» (экология, биология, тирә-яғыбыҙҙағы донъя);
  7. «2022 йыл – Рәсәй Федерацияһының Халыҡ сәнғәте йылы».

Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://irorb.ru/konferencii/rnpk-nauchnoe-prodvizhenie-2022/ алырға мөмкин.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: