+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
24 Ноябрь 2021, 16:54

Конкурс-фестивалгә видеояҙмалар ҡабул ителә

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы «Ҙур республиканың бәләкәй киноһы» конкурс-фестивалендә  ҡатнашыу өсөн видеояҙмалар ҡабул итә. Бәйгелә кесе йәштәгеләр, ололар ҙа ҡатнаша ала, йәш сикләүе юҡ.

Конкурс-фестивалгә видеояҙмалар ҡабул ителә
Конкурс-фестивалгә видеояҙмалар ҡабул ителә

Фестивалгә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан тәбиғи, мәҙәни, тарихи һәм туристик объекттарҙың төрлөлөгөн һәм бай булыуын күрһәткән, шулай уҡ Тыуған илебеҙҙең күренекле кешеләре һәм иҫтәлекле урындары хаҡында һөйләгән видеояҙмалар ҡабул ителә. Конкурс республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында ойошторола. Уның хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://gkzbashkortostan.ru/news/v-gkz-bashkortostan-startoval-festival-konkurs-videorolikov-malenkoe-kino-bolshoj-respubliki/ алырға мөмкин.

 

 

Фото: https://gkzbashkortostan.ru/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: