+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
30 Ноябрь 2021, 08:53

«Аҡ күгәрсен» бәйгеһенә шиғырҙар ҡабул ителә

Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ҡәләм тибрәтеүселәр араһында шағир Рәсих Ханнановтың иҫтәлегенә бағышланған «Аҡ күгәрсен» бәйгеһен ойоштора. Ижади эштәр 31 декабргә тиклем ҡабул ителә.  

«Аҡ күгәрсен» бәйгеһенә шиғырҙар ҡабул ителә
«Аҡ күгәрсен» бәйгеһенә шиғырҙар ҡабул ителә

Бәйгелә башҡорт һәм татар телдәрендә шиғыр яҙған һәр кем ҡатнаша ала, йәшәү урыны һәм йәше сикле түгел. Проект Мәҙәни башланғыстар Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Бәйгегә йомғаҡ Бөтә донъя шиғриәт көнөндә, 2022 йылдың 21 мартында, яһаласаҡ.

Иң яҡшы шиғырҙар авторҙары Мәскәүҙә бушлай оҫталыҡ дәресе аласаҡ. Еңеүсе тип табылған шиғырға көй яҙыласаҡ һәм ул эстрада йырсылары тарафынан башҡарыласаҡ. Иң йөкмәткеле шиғырҙар шәлкемен китап итеп нәшер итеү һәм республика матбуғатында баҫтырыу ҡаралған.

Башҡорт һәм татар телдәрендәге  ижади эштәрҙе [email protected] электрон почтаһына йәки 450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 34-се йорт адресы буйынса «Аҡ күгәрсен» конкурсына» тип яҙып ебәрергә кәрәк.

Тулыраҡ мәғлүмәтте  www.белый-голубь.рф. һылтанмаһы буйынса алырға мөмкин.

 

 

 

Фото: https://vk.com/kulturarb

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: