+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
1 Декабрь 2021, 09:08

Фән менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы бәйге көтә

«Ҙур саҡырыуҙар» Бөтә Рәсәй конкурсы етенсе тапҡыр үтәсәк. Уны «Сириус» белем биреү үҙәге, «Сириус» фәнни-технологик университеты, Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ойоштора. Конкурста VII – XI синыф уҡыусылары, колледж, техникумдарҙа I – II курста уҡығандар ҡатнаша ала.

Фән менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы бәйге көтә
Фән менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы бәйге көтә

Был бәйгелә ҡатнашыу фәнгә оло юл аса: инновацион эшеңде булдырып һәм уны күрһәтеп, тикшереүҙәр үткәрергә лә мөмкинлек бирә.

Быйыл традицион 12 йүнәлешкә «Алдынғы етештереү технологиялары» тигән йүнәлеш тә өҫтәлгән.

– Үткән йылғы конкурста ҡатнашыусылар уйлап тапҡан асыштары өсөн патент алды, фәнни мәҡәләләрен баҫтырып сығарҙылар, «Сириус» тың инновацион компания-партнёрҙарында эшләйҙәр, – тип билдәләп үтте «Сириус» белем биреү үҙәгенең етәксеһе Елена Шмелёва.

Конкурс төбәк һәм дистанцион этаптарҙы үҙ эсенә ала. Ғаризалар https://konkurs.sochisirius.ru/ сайтында 2022 йылдың 15 февраленә тиклем ҡабул ителә.

 

 

Фото: https://vk.com/avrora_rb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: