+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
8 Декабрь 2021, 15:54

«Мөғжизә-шыршы» конкурсы ойошторола

Баш ҡалабыҙҙың 41-се моделле йәштәр китапханаһы барлыҡ теләүселәрҙе «Мөғжизә-шыршы» конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Бәйге еңеүселәренә исемле дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ, ә ҡалғандар ҡатнашыусы дипломын аласаҡ.

«Мөғжизә-шыршы» конкурсы ойошторола
«Мөғжизә-шыршы» конкурсы ойошторола

Конкурста ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң?

– Үҙеңдең «Бәйләнештә» селтәреңдәге сәхифәңә #конкурс_чудо_елка, #модельнаябиблиотека41уфа хэштектары менән ошондағы конкурсҡа  https://vk.com/neo_sphere репост яһарға;

– 20 декабргә тиклем гугл-формалағы  https://uo.ufa-lib.ru/online-otvety ҡатнашыу ғаризаһын тултырырға («яуап» тигәнендә ҡатнашыусының йәшен яҙырға);

– 20 декабргә тиклем ҡул аҫты материалдарынан шыршы эшләп, уны ошо һылтанма буйынса   https://vk.com/album-46039271_281974206?act=edit фотоальбомға фотоһын ҡуйырға, авторҙың исем-шәрифтәрен, йәшен дә яҙырға онотмаҫҡа.

Тулыраҡ мәғлүмәтте https://vk.com/neo_sphere ошо һылтанма буйынса алырға була.

 

 

Фото: https://vk.com/kulturarb.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: