+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
8 Декабрь 2021, 14:54

Төбәк-ара конференцияла уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ҡатнаша ала

Мәғариф һәм фән министрлығы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Башҡорт дәүләт университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы менән берлектә Фатима Мостафинаға бағышланған төбәк-ара конференция ойоштора. Был бәйгелә Башҡортостан, Рәсәй төбәктәренән дә уҡыусылар, уҡытыусылар ҡатнаша ала.  

Төбәк-ара конференцияла уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ҡатнаша ала
Төбәк-ара конференцияла уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ҡатнаша ала

Конференция бер нисә йәш төркөмөндә уҙасаҡ:

Урта төркөм – V – VIII синыф;

Өлкән төркөм – IX – XI синыфтар;

Педагогтар.

Уҡыусылар өсөн номинациялар:

  1. «Башҡортостанда тәүге мәктәптәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы» (фотоколлаж, видеопрезентациялар);
  2. «Күрше төбәктәрҙән сыҡҡан күренекле башҡорт мәҙәниәте эшмәкәрҙәре» (фәнни-тикшеренеү эштәре).

Педагогтар өсөн номинациялар:

  1. «Фатима Мостафинаның фәнни-биографик мираҫын өйрәнеү һәм танытыу»;
  2. «Башҡортостан Республикаһында белем биреү системаһының үҫеү тарихы».

Конкурсҡа эштәр 14 декабргә тиклем  [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә. Конференцияға йомғаҡ 24 декабрҙә яһаласаҡ.

Еңеүселәр һәм призёрҙар мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары менән бүләкләнәсәк.

 

 

Фото: https://vk.com/ugbg20com.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: