+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
14 Декабрь 2021, 16:05

Бүләкләү тантанаһын Культура.РФ порталында ҡарай алаһығыҙ

«Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы тәүге тапҡыр 2020 йылда үткәрелә башлағайны. Ул халҡыбыҙ традицияларын һаҡлап ҡалыу, башҡорт милли кейемен киң танытыу, уны һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, халҡыбыҙҙың милли кейеменә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторола.

Бүләкләү тантанаһын Культура.РФ порталында ҡарай алаһығыҙ
Бүләкләү тантанаһын Культура.РФ порталында ҡарай алаһығыҙ

Ойоштороусылар әйтеүенсә, уҙған йылда стилләштерелгән, сәхнә кейемдәре күберәк булһа, быйыл иһә «Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция», «Балалар кейеме» номинацияларында эштәр күберәк ҡабул ителгән. Был 2020 йылдағы лауреаттарҙың  – оҫталарҙың әүҙем эш алып барыуы хаҡында һөйләй. Йыл буйына республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙең төбәктәрендә башҡорт милли кейемен һәм уның элементтарын әҙерләү буйынса күп оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.

Быйыл «Тамға» халыҡ-ара конкурсы сентябрь башында старт алғайны. 1 – 2 ноябрҙә онлайн форматта һайлап алыу этабы үткәрелде. Ике көн буйына абруйлы жюри төркөмө конкурсанттарҙың эштәрен баһаланы. Барлығы 200-гә яҡын ҡатнашыусынан ғариза һәм Италия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Мәскәүҙән, шулай уҡ Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан һәм республикабыҙ оҫталарынан 1020 эш ҡабул ителде.

Ә 14 ноябрҙә иһә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала конкурс эштәрен яҡлау һәм «Тамға» конкурсы финалы үткәрелде. Йомғаҡлау этабында 36 автор – һәләтле оҫта етештереүселәр, костюм буйынса рәссамдар һәм дизайнерҙар ҡатнашты.

Бөгөн, Башҡорт теле көнөндә, «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Унда ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы эштәре күрһәтеләсәк. Сара барышында халҡыбыҙ кейемдәре элементтарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә көтөлә. Уҙған йылғы конкурс лауреаттары эштәренең күргәҙмәһе лә ҡуйыла.

Әлеге проектҡа ярашлы, танылған йырсы Зилиә Бәхтиеваның «Мин башҡортса һөйләшәм» йырына төшөрөлгән клиптың исем туйы ла уҙасаҡ. Бында проект костюмдары, шулай уҡ «Тамға» конкурсы финалистары ла йәлеп ителгән.

Еңеүселәр биш номинация буйынса дипломдар һәм аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнәсәк. Конкурстан тыш, башҡорт милли кейемен танытыуға индергән өлөш өсөн махсус приздар һәм дипломдар ҙа ҡаралған. «Тамашасы һөйөүе» призы ла билдәләнәсәк. Бүләкләү тантанаһы киске сәғәт 5-тә башлана. Уны Культура.РФ порталында ошо һылтанма буйынса

https://www.culture.ru/live/broadcast/22678/ceremoniy...  ҡарай алаһығыҙ.

 

Фото: https://vk.com/rcntufa

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: