-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
20 Декабрь 2021, 16:08

Төбәк-ара олимпиадала көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ

Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте академияһы IX – XI синыфтар өсөн ведомстволы белем биреү учреждениелары нигеҙендә төбәк-ара олимпиада ойоштора. Туғыҙынсы синыфтар өсөн вариантын унан түбәнерәк синыфтар ҙа эшләй ала.

Төбәк-ара олимпиадала көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ
Төбәк-ара олимпиадала көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ

Олимпиада математика, физика, сит телдәр, урыҫ теле, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса ике этапта үтәсәк. Һайлап алыу туры дистанцион рәүештә ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн www.v-olymp.ru сайтында теркәлергә кәрәк. Һайлап алыу этабы тамамланғас, һөҙөмтәләре ҡатнашыусының шәхси кабинеттарында буласаҡ.

Икенсе этап – йомғаҡлау туры офлайн уҙғарыла. Бында һайлап алыу этабында еңеүселәр һәм призёрҙар көсөн һынаясаҡ. Икенсе турҙы үткәреү урыны һәм шарттары Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте академияһы һәм олимпиаданың рәсми сайтында хәбәр ителәсәк.

 

 

Фото: https://vk.com/publicguo.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: