+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
6 Ғинуар 2022, 16:17

"Минең яратҡан ҡалам" конкурсында һәр кем ҡатнаша ала

Урыҫ география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе "Минең яратҡан ҡалам" тигән фотолар конкурсын ойоштора. Ул 2024 йылда билдәләнәсәк Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арнала. Фотолар конкурсында һәр теләүсе ҡатнаша ала, йәш сикләүе юҡ.

"Минең яратҡан ҡалам" конкурсында һәр кем ҡатнаша ала
"Минең яратҡан ҡалам" конкурсында һәр кем ҡатнаша ала

Һәр ҡатнашыусынан 2020 йылдан да иртәрәк төшөрөлмәгән эштәр түбәндәге номинациялар буйынса ошо йылдың 1 июненә тиклем ҡабул ителә:

— "Өфөнөң архитектур һәйкәлдәре";

— "Өфө ҡош осошо бейеклегенән" ;

— “Күп ҡырлы Өфө";

—"Был бөтәһе лә уның, минең ҡалам, тураһында".

Йомғаҡ 1 августа яһала башлаясаҡ.

Еңеүселәрҙең эштәренән күргәҙмә ҡаланың тарих музейында ҡуйыласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://www.rgo.ru/ru/article/moy-lyubimyy-gorod-konkurs-dokumentalnoy-i-hudozhestvennoy-fotografii-1 алырға мөмкин.

 

 

Фото: https://www.rgo.ru/ru/bashkortostan.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: