+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
13 Ғинуар 2022, 16:55

Иң телһөйәр, иң илһөйәрҙәр кемдәр?

Бөгөн Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында барған башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһының йомғаҡлау өлөшө ойошторолдо, еңеүселәр билдәләнде.

Иң телһөйәр, иң илһөйәрҙәр кемдәр?
Иң телһөйәр, иң илһөйәрҙәр кемдәр?

Олимпиада быйыл 36-сы тапҡыр уҙғарылды. Унда  беренсе программа линияһы буйынса (уҡытыу башҡорт телендә алып барылған милли мәктәптәр, гимназиялар, лицейҙар) – 84 уҡыусы, икенсе программа линияһы буйынса – 59, өсөнсө программа линияһы буйынса – 55, күрше өлкәләрҙән 20 уҡыусы ҡатнашҡан.

Күрше  төбәктәрҙән көс һынаусылар араһында иң телһөйәр, иң илһөйәр балалар тип Силәбе өлкәһенән Радик Кирәев менән  Айлина Шәмсетдинова танылды.

Беренсе программа линияһы буйынса Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Сәлимә Яҡупова, Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһынан Ғәлиә Шәрипова, Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһынан Камила Ҡыуатова еңеүсе булды.

Икенсе программа линияһы буйынса Өфөләге 162-се күп профилле полилингваль «Смарт» мәктәбенән Лиана Ҡарабаева, Өфө районы Шамонин мәктәбенән Дания Ғәзизова, Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназиянан Светлана Килмөхәмәтовалар алдынғылыҡты берәүгә лә бирмәне.

Өсөнсө программа линияһы буйынса Баҡалы районы Баҡалылағы 1-се мәктәптән Камила Шәйхетдинова, Борай районы Борайҙағы 2-се мәктәптән Эльвира Сәйетғәлиева, Өфөләге 160-сы лицейҙан Рина Хәсәнова еңеү яуланы.

Бәйгенең нисек үтеүе тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте "Йәншишмә" гәзитенең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Гөлназ Шәйхетдинова фотоһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: