+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
2 Февраль 2022, 23:05

"Тай-тулаҡ" исемле конкурс үтәсәк

19 февралдә Сибай ҡалаһы янындағы Төйәләҫ ҡасабаһында "Ирәндек" башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды "Тай-тулаҡ" тип аталған конкурс уҙғара. Сара Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуға арнала.   

"Тай-тулаҡ" исемле конкурс үтәсәк
"Тай-тулаҡ" исемле конкурс үтәсәк

– Тарихтан билдәле булыуынса, Ватан һуғышында еңеүгә башҡорт атлылары тос өлөш индергән, француздар уларҙы "төньяҡ амурҙары" тип тә атай, – ти конкурсты ойоштороусы Алмас Шөгөров. – Наполеон менән һуғышта 28 башҡорт полкы ҡатнашҡан. Әлеге беҙҙең үткәреләсәк конкурс башҡорт атлыларын һәм башҡорт тоҡомло аттарҙың ҡаһарманлығын данлау, бай тарихыбыҙға хөрмәт күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя ла инде.

Санитар талаптарға ярашлы, конкурста тик ун команда ҡатнаша ала. Ойоштороусылар Урал аръяғының бөтә райондарына ҡатнашырға саҡырыу ебәргән. Конкурс шарттарына ярашлы, командаға (2 ярҙамсы һәм 1 атҡа һыбай менеүсе) 15 минут эсендә менгегә өйрәтелмәгән атты ҡороҡларға һәм уға һыбай менергә тейеш. Шулай уҡ атта  оҙағыраҡ һыбай йөрөү ҙә төп шарттарҙың береһе буласаҡ.

Өс призлы урын билдәләнеп, еңеүселәргә аҡсалата премиялар тапшырыласаҡ. 

Фото: интернет селтәренән.

 

 

 

 

 

 

 

 

"Тай-тулаҡ" исемле конкурс үтәсәк
"Тай-тулаҡ" исемле конкурс үтәсәк
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: