+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
11 Февраль 2022, 15:35

Иғтибар! "Атайым – таянысым" конкурсы!

Ҡәҙерле дуҫтар! "Йәншишмә" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөндә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған гәзит уҡыусылары араһында "Атайым – таянысым" конкурсы ойошторабыҙ.

Иғтибар! "Атайым – таянысым" конкурсы!
Иғтибар! "Атайым – таянысым" конкурсы!

Бының өсөн һәр ҡатнашыусы "Йәншишмә" гәзитенә яҙылған булырға тейеш.  Әгәр баҫма өйөңә килмәй икән, әле лә һуң түгел. Үҙегеҙҙең почта бүлексәһенә барып, йә "Рәсәй почтаһы" сайтына инеп, яҙылығыҙ ҙа иғлан ителгән бәйгебеҙгә рәхим итегеҙ. Конкурста ҡатнашыусы https://vk.com/club45440006 төркөмөндә теркәлгән булыуы шарт.

Шулай итеп, конкурста ҡатнашыусы  атаһы тураһында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт яҙып, бергә төшкән фотоһын ебәрергә тейеш.

Конкурс эштәрен 18 февралгә тиклем редакцияның электрон почтаһына [email protected] йә "Йәншишмә"нең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөнә ебәрегеҙ.

Байрам алдынан яҡындарығыҙҙы ҡыуандырырға теләһәгеҙ, бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ.

Еңеүсене махсус тауыш биреү ярҙамында үҙегеҙ һайлаясаҡһығыҙ. Еңеүсегә редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләк тапшыраласаҡ!

Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙән сифатлы фотолар көтәбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: