+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
23 Март 2022, 05:57

"Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем!"

22 мартта "Торатау" конгресс-холында "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара, "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика конкурсы һәм уның сиктәрендә үткән  "Урыҫ теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы", "Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы", "Йәш педагог " бәйгеләрен ябыу тантанаһы үтте. Һәр конкурс буйынса еңеүселәр билдәләнде. Абсолют еңеүсенең исеме аталды. 

Айрат Нурмөхәмәтов  "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы еңеүсеһе һәм лауреаттары.
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы еңеүсеһе һәм лауреаттары.Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" исемен Өфөләге 107-се лицей уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов яуланы. 

Быйылғы һөнәри конкурстың лауреаттары исеменә Сибайҙағы Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейынан Айһылыу  Моталлапова, Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡтағы башҡорт гимназияһынан Зилә Миңдебаева, Өфөләге  2-се СМАРТ Республика полилингваль күп профилле гимназияһынан Ләйсән Сафиуллина, Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкино мәктәбенән Лилиә Юлдашбаевалар лайыҡ булды.

Бүздәктәге 1-се мәктәп уҡытыусыһы Зилә Мостафинаға - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа", Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Динара Латиповаға иһә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Йөрәгемде балаларға бирәм" миҙалдары тапшырылды.

Тантанала "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" конкурсының дүрт йүнәлеше буйынса ла еңеүселәрҙе ҡотланылар. Шулай итеп, Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназиянан Юлия Смехова – “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, Дүртөйлө районының Исмаил мәктәбенән Ләйсән Мырҙаева – “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, Өфөнөң 112-се мәктәбенән башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Анастасия  Ногина – “Йылдың йәш педагогы”, Ҡариҙелдәге 1-се мәктәптең сит телдәр уҡытыусыһы Зарина Ғәлләмова “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” исемдәренә лайыҡ булды. Уҡытыусыларҙың республика һөнәри бәйгеһенең абсолют еңеүсеһе иһә - Стәрлетамаҡтан Юлия Александровна Смехова.

“Дистанцияла белем биреү уҡытыусыһы” конкурсы ла үткәрелгәйне. Унда Туймазылағы Республика дистанцияла белем биреү үҙәгенең информатика уҡытыусыһы Ольга Александровна Густова иң-иңе булып танылды.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: