Конкурста ҡатнашыу өсөн ошо сайтҡа инеп, бәйге хаҡындағы бүлектә, үҙеңдең иң яҡшы әҫәреңде (пост, мәҡәлә, хикәйә һ.б.) ҡалдырырға кәрәк. Шулай уҡ "Бәйләнештә" социаль селтәренең "Ал елкән" төркөмөнә (https://vk.com/alyiparus_kp) , йәки үҙеңдең сәхифәңә #АлыйПарус_КП хэштегы менән ҡуйырға була.
Эштәр түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнә:
- тематикалы блог (пост, авторҙан ирекле текст);
- публицистик журналистика (мәҡәлә, очерк, репортаж);
- әҙәби-художестволы әҫәр (хикәйә, эпос).
Конкурсҡа әҙерләнгән эштәрендә йәш авторҙар мәҙәниәт һәм сәнғәт, йәштәрҙең замана проблемалары, ғаилә ҡиммәттәре, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ, балаларҙың ата-әсәләре, тиҫтерҙәре, уҡытыусылары менән мөнәсәбәттәре, ҡыҫҡаһы, үҙҙәрен борсоған төрлө актуаль мәсьәләләрҙе күтәрә ала.
Биш ай дауамында ижади эштәрҙең иң яҡшылары проекттың мөхәррирҙәре тарафынан һайлап алынып, "Комсомольская правда" майҙансығында баҫылып барасаҡ. Еңеүселәр тауыш биреү ярҙамында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа эштәр 30 июнгә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе билдәләү һәм бүләкләү тантанаһы 17 июлдән дә һуң булмаясаҡ.
Еңеүселәргә "Ал елкән"дең иң яҡшы авторы" исеме һәм 30 меңдән алып 100 мең һумға тиклем премия тапшырыласаҡ, шулай уҡ 2022 йылда «Таврида.АРТ» фестивалендә ҡатнашыу хоҡуғы биреләсәк.