0 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
30 Март 2022, 17:15

"Башҡортостан ынйылары" - Әлшәй ерендә!

Уҡыусыларҙың күңелендә халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған ауыҙ-тел ижадына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, мәҙәниәтенә һәм тарихына ихтирам һәм хөрмәт уятҡан "Башҡортостан ынйылары" республика балалар фольклор фестиваль-бәйгеһе Әлшәй еренә йәнә йәш таланттарҙы йыйҙы. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамы менән ойошторолған сара бөгөн Раевкалағы мәҙәниәт йортонда башланып китте, ул иртәгә лә дауам итәсәк.

Сәхнәлә -  Әлшәй районы Раевкалағы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының "Аманат" театр коллективы.
Сәхнәлә - Әлшәй районы Раевкалағы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының "Аманат" театр коллективы.

Тамашасылар Ҡыйғы, Балтас, Кушнаренко, Архангел, Әлшәй, Баҡалы, Илеш, Фёдоровка, Благовещен, Көйөргәҙе райондарынан килгән театр, фольклор түңәрәктәре коллективтарының сығыштарын ҡарап кинәнде. Сәхнәлә үҙҙәрен ысын актёрҙар кеүек тотоп, ролдәрен оҫта башҡарған ҡыҙҙар һәм егеттәргә ҡарап һоҡланмаусылар ҡалмағандыр. 

Тәнәфес мәлендә Раевкалағы Пионерҙар йорто уҡытыусылары төрлө ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.

Иртәгә фестиваль-бәйгенең йомғаҡлау тантанаһында иң-иңдәрҙе бүләкләйәсәктәр.

 

"Башҡортостан ынйылары" - Әлшәй ерендә!
"Башҡортостан ынйылары" - Әлшәй ерендә!
"Башҡортостан ынйылары" - Әлшәй ерендә!
"Башҡортостан ынйылары" - Әлшәй ерендә!
"Башҡортостан ынйылары" - Әлшәй ерендә!
"Башҡортостан ынйылары" - Әлшәй ерендә!
"Башҡортостан ынйылары" - Әлшәй ерендә!
"Башҡортостан ынйылары" - Әлшәй ерендә!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: