Башҡортостан уҡыусылары ҡыуандырҙы. Өфөнөң 153-сө лицейынан XI синыф уҡыусыһы Григорий Писаренко еңеүсе булһа, ошо уҡ белем усағының XI синыфынан Артём Сафин призлы урын алды. Маладистар!
Был уңыштары өсөн егеттәр һәм уларҙы олимпиадаға әҙерләүсе уҡытыусылар Башҡортостан Башлығы премияһын аласаҡ. Әлбиттә, юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә лә Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призёрҙары өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ. Ә мәғлүмәти технологиялар өлкәһендә белгестәр илебеҙгә бик кәрәк.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан.