+2 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
4 Апрель 2022, 14:35

Шиғри байрам

Ҡарҙар ирей, һыу таша,

Шиғри байрам
Шиғри байрам

Талдар бөрөһөн аса.
Эх, күңелле яҙ килә,
Ҡояш нурҙарын һибә!
Күңелдәрҙе моңландырып, хистәрҙе тирбәлтеп, еребеҙгә шаулап-гөрләп йәмле яҙ килә. Беҙ ошо мәлдә балалар баҡсаһында, һәр йылдағыса, шиғыр һөйләүселәр байрамы үткәрәбеҙ. Унда кескәйҙәр ихлас ҡатнаша.
Башҡортостаныбыҙға, илебеҙгә, ҡәҙерле әсәйҙәребеҙгә, атайҙарыбыҙға, ғаиләләребеҙгә, туған телебеҙгә арналған төрлө-төрлө шиғырҙар яңғыраны. Уларҙы уртансы, өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре балалары бик матур итеп башҡорт һәм урыҫ телдәрендә һөйләне.
Илаһи ҡурай моңона үрелеп барған илһөйәрлек байрамы кескәйҙәргә ныҡ оҡшаны.

Гүзәлиә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА, тәрбиәсе.
Сибай ҡалаһы, «Әкиәт» балалар баҡсаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: