+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
8 Апрель 2022, 13:10

"Елкән" моң даръяһына саҡыра

"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә йәш музыканттарҙың икенсе асыҡ телевизион конкурсын иғлан итә. Ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ, башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына бағышлана.

Конкурсанттар башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен һәм профессиональ музыканттар тарафынан әҙерләнгән халыҡ көйҙәрен уйнарға тейеш. Бәйге дүрт йүнәлештә үтә:

- фортепиано;

-ҡыллы уйын ҡоралдары;

-тынлы уйын ҡоралдары;

-халыҡ уйын ҡоралдары.

Конкурста 8 йәштән алып 14 йәшкә тиклемге йәш музыканттар ҡатнаша ала, заявкалар 24 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

Фото:  srgazeta.ru сайтынан.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: