Шулай итеп, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров еңеү яуланы һәм 500 мең һум аҡса менән бүләкләнде. Ул Рәми Ғариповтың 1964 йылда яҙылған, ләкин 1987 йылда ғына донъя күргән «1937» поэмаһын һөйләне.
Икенсе урынға Өфөнән блогер Зөбәржәт Утарбаева лайыҡ булды. Уға 200 мең һуң аҡса тапшырылды.
Өсөнсө урын һәм 100 мең һумлыҡ бүләк БДАУ студенты Нияз Зәмәлетдиновҡа бирелде.
«Йыл авторы» призы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың балалары — улы Азамат менән ҡыҙы Гөлнараға тапшырылһа, «Тамашасы һөйөүе» номинацияһын БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Урал Таһиров яуланы.