Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында донъя халыҡтары әкиәттәрен Башҡортостан халыҡтары телдәрендә һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Был сараның маҡсаты – донъя халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, йәш быуында башҡорт халҡынының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл һәм ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү. Конкурста республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән төрлө йәштәге балалар ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе үҙенсә һәләтле! Ҡыҙыбыҙ Йәсминә Лоҡманова «Әкиәтте яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында II урын алды.
Балаларҙы рухи яҡтан үҫтереүсе, маҡсатлы итеүсе, хыялдарына ҡанат ҡуйыусы бындай матур сараны ойошторған Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Кескәй йөрәктәрҙә наҙ һәм нур ҡабыҙған, бар күңелен балаларға, яратҡан эшенә бағышлаған тәрбиәселәребеҙ Илүзә Фәрүәз ҡыҙы Хазиәхмәтова менән Венера Рушат ҡыҙы Амантаеваға ҙур рәхмәт. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ижади уңыштар теләйбеҙ.
Ә беҙ яңы тәьҫораттар, асыштар, илһам артынан ауылға юлланабыҙ. Һаумы, йәй! Һаумы, өләсәй, ҡартәсәй һәм ике ҡартатай!
Алита Лоҡманова.
Өфө ҡалаһы.