+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
20 Июнь 2022, 13:30

Бүләкләү тантанаһы була

23 июндә "Торатау" конгресс-холында "Айыҡ ауыл - 2021" республика бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк.

Бүләкләү тантанаһы була
Бүләкләү тантанаһы була

Көн дауамында "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының "Ныҡ бул!" студияһы эшләйәсәк, шулай уҡ сараға ярашлы, сәләмәт тормош рәүеше алып барыуҙы әүҙемләштергән балалар Асыҡ медиа бәйгеһенең финалын да ойоштороу күҙаллана. 

Сәғәт 11-ҙә махсус майҙансыҡтар үҙ эшен башлай, "түңәрәк өҫтәлдәр" ойошторола.

"Айыҡ ауыл - 2021" бәйгеһе еңеүселәрен бүләкләгәндән һуң сәнғәт оҫталарының, ижади коллективтарҙың сығыштарынан әҙерләнгән концерт күрһәтелә.

Фото: mycdn.me

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: