+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
16 Август 2022, 11:50

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Июль аҙағынан август уртаһына тиклем «Йәншишмә» гәзитенең сайтында «Шалт»итәбеҙ «ялт»итәбеҙ» исемле фотоконкурс үткәйне. Барлығы 21 ҡыҙ һәм малай каникулдарының иң күңелле, иң сағыу мәлдәрен фотоға төшөрөп ебәрҙе.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Был юлы бигерәк тә кескәй дуҫтарыбыҙ әүҙемлек күрһәтте. Ул ғына ла түгел призлы урындарҙы ла тап бәләкәстәр эләктерҙе! Һай, афариндар! Һәр саҡ шулай алдынғы, өлгөр булып ҡалығыҙ!

Шулай итеп, фотоконкурста иң күп тауыш йыйып Өфө ҡалаһынан ике йәшлек Аида Йосопова еңеүсе, тип табылды. Ишембай районы Маҡар ауылынан биш йәшлек Алтынай Әхмәрова II урынға лайыҡ булды. Ә III урын Өфөләге 202-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Әҙилә Ғәлимуллинаға бирелде. Ҡотлайбыҙ! Еңеүселәрҙе гәзитебеҙҙең Почет грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: